21 февраля – Международный день родного языка

Февраль 22, 2023 Просмотров: 9
21 февраль ­– Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ошо уңайҙан,Түбә мәктәбендә лә был көн, үҙенсәлекле саралар менән үрелеп барҙы. Иртәнге сәғәттәрҙән алып,тәнәфестәрҙә, көн дауамында, моңло һәм дәртле башҡортса көйҙәр уйнаны, класс сәғәттәре үтте, йәмғиәт тарафынан ойошторолған флешмобтарҙа ҡатнашыу уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да күңеленә хуш килде.
Шулай уҡ,филологик фәндәр аҙналығын асыу тантанаһы ошо көнгә тап килеүе, Туған телдәр көнөнә сағыу бер биҙәк өҫтәне.
"Үҙенең әсә теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, һәр бер кешенең мәҙәниәт кимәленә генә түгел, бәлки, уның гражданлыҡ ҡиммәтенә лә баһа бирергә мөмкин. Үҙеңдең илеңә ҡарата булған ысын мөхәббәтте туған телеңә ҡарата булған мөхәббәттән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Үҙенең теленә вайымһыҙ ҡараған кеше - ул ҡырағай кеше. Ул - үҙенең асылы менән зарарлы кеше, сөнки әсә теленә ҡарата уның ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙ ҡарауҙан килә”. (К. Паустовский)