День матери

Декабрь 6, 2017 Просмотров: 35

Түбә урта мәктәбендә әсәйҙәр көнөнә арналған “Мәрхәмәтле беҙҙең әсәйҙәр” тип аталған матур сара үтте. Был байрам әсәйҙәрҙе һәм өләсәйҙәрҙе хөрмәтләү, уларға мәрхәмәтлек, һөйөү, ихтирам, ихтибар күрһәтеү маҡсаты менән үткәрелде. Байрам кисәһе йәрминкә менән башланып китте, артабан ҡатын-ҡыҙ советы әҙерләгән уйын менән дауам итте,әсәйҙәр һөйөклө балалары менән ярыштылар, һәм шулай ҙа байрамды биҙәүсе, төрлө оҫта- ҡуллы әсәйҙәрҙең күргәҙмәләре иң сағыуы булды. Ҡатын-ҡыҙ советы һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы,ҡатнашыусыларға рәхмәтлебеҙ.Байрам кисәһе мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән бай-йөкмәткеле концерт программаһы менән тамамлап ҡуйҙы