“Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты”

Декабрь 17, 2024 Просмотров: 312
14 декабрь Өфөлә дөйөм белем биреү ойошмалары араһында “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Иң яҡшылары тип табылған ун белем усағы араһында беҙҙең райондың Түбә урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ла бар. Кабинет мөдире Исхаҡова Дилә Әҙеһәм ҡыҙы һәләтле балалар менән әүҙем эш алып бара. Төбәк-ара олимпиада, ижади конкурстарҙа уҡыусылары йыл да еңеүсе һәм призер булып танылалар. Еңеүсе кабинеттар мультимедиа комплексы менән йыһазландырылыуға сертификаттар менән бүләкләнде.