ӨФӨЛӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ЙЫЙЫН ҮТТЕ
Декабрь 15, 2018
Просмотров: 27
11 декабрь көндө Өфөнөң Конгресс холл бинаһында Башҡорт теле көнөнә арналған оло йыйын үтте. Сараға Мәғариф министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған әкиәттәр, иншалар, тәржемәләр, видеороликтар конкурстары еңеүселәре, олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусылар саҡырылған ине.
Йыйындың төп маҡсаты – балаларҙа башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу, халыҡ йолаларына һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү, тарихи-мәҙәни йолаларҙы һаҡлау, ата-әсәләрҙе башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеүгә йәлеп итеү, балаларҙың ижади һәләттәрен асыуға мөмкинлектәр тыуҙырыу.