TҮБӘ УҠЫУСЫЛАРЫ – ТӨБӘК-АРА ОЛИМПИАДА ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ!
9 – 11 ғинуарҙа баш ҡалабыҙ Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теле, туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте предметтары буйынса үткән төбәк-ара олимпиадала районыбыҙ мәктәптәренән 12 уҡыусы ҡатнашты.
Төбәк-ара олимпиада еңеүселәре:
Александрова Маргарита – Түбә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Исхакова Д.Ә.
Александров Рафаэль – Түбә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы, етәксеһе – Исхакова Д.Ә.
Төбәк-ара олимпиада призерҙары:
Рыцева Алена – Түбә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе – Исхакова Д.Ә.
“Телем, илем, халҡым” тип типкән йәш йөрәктәрҙе ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.
Башҡорт телебеҙҙе яратҡанға
Яңы үрҙәр юлдаш булырҙар.
“Туған телем” тиеп йән атҡанға
Ҙур маҡтауҙар күктән яуырҙар.