1. Родителям
  2. Новости
  3. Встреча со студентами

Встреча со студентами

Январь 28, 2019 Просмотров: 33

26 ғинуар көнө мәктәптә 5-9 класс уҡыусылары студенттар менән осрашты. 
Уҡыусылар студенттарҙы үткән байрамдары менән ҡотланы, уҡыуҙарында уңыштар теләп, "Талип" йырын башҡарҙылар.
Кисәне алып барыусы өлкән вожатый Айгөл Мөҙәрис ҡыҙы уҡыусылар менән студенттар араһында йәнле әңгәмә ҡорҙо. Ятаҡта йәшәү шарттары, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни саралар, стипендия хаҡында мәғлүмәттәр алды йәш дуҫтарыбыҙ. 
Студенттар үҙҙәре уҡыған уҡыу йорттары, күңелле студент тормошо тураһында һөйләнеләр, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр. 
Кисәнең икенсе өлөшөндә уҡыусылар һәм студенттар үҙ-ара зирәклектә ярышты."Алтын тирмә" уйынын ауыл китапханасыһы Ғәлиә Ҡотлобай ҡыҙы бик ҡыҙыҡлы үткәрҙе. Сара волейбол уйыны менән тамамланды.