Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам
Март 5, 2019
Просмотров: 32
Бөгөн мәктәптә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам булды.Яуаплы 5 синыф һәм синыф етәксеһе Аргинбаева Зөһрә Ишбулды ҡыҙы.
Байрамды клуб мөдире Валишин Нәғим Ришат улы доклад менән башланы.Мәктәп етәксеһе Нигматуллина Нурзидә Нуретдин ҡыҙы ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотлап үтте. Уҡыусы балалар матур концерт күрһәттеләр.Байрам аҙағында һәр синыф сафтарға теҙелеп йырлап маршҡа баҫып үттеләр.Атайҙар,олатайҙар,ағайҙар ҙа хеҙмәт иткән саҡтарын хәтерләп,уҡыусылар алдында маршҡа баҫтылар.Сара бик күңелле үтте.