Халыҡ-ара Туған тел көнө
Февраль 21, 2025
Просмотров: 53
Бөгөн, 21 февраль, Халыҡ-ара Туған тел көнө билдәләнә.Ошо уңайҙан, йәмғиәтебеҙҙә төрлө саралар үткәрелә. Түбә мәктәбендә лә туған телгә арналған тематик класс сәғәттәре,дәрестәр үтте.
Иң ҡыуаныслыһы, Туған тел көнөнә арналған ,Баймаҡ ҡалаһында үткән, Төбәк- ара "Игебаев уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһында Түбә мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Үтәбаева Азалия һәм 8-се класс уҡыусыһы Исҡужина Диниә, етәкселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исхаҡова Дилә Әҙеһәм ҡыҙы менән, конкурс этаптарын уңышлы үтеп, еңеүҙәр яулап ҡайтыуы булғандыр.
Үтәбаева Азалия "Атайсалым берҙән-бергенәм, тамыры алтын ергенәм" секцияһының,ситтән тороп ҡатнашыу этабын уңышлы үтеп, йомғаҡлау этабында еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Ә Исҡужина Диниә ,, Йәшәмәнем ҡулды ҡаушырып" секцияһына "А. Игебаев шиғырҙарының тәржемә үҙенсәлектәре" темаһына ғилми-эҙләнеү эшен тәҡдим итеп, конкурстың этаптарын уңышлы үтеп, призер исеменә лайыҡ булды. Афарин, телһөйәр, илһөйәр, талантлы уҡыусыларыбыҙ!